ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
11 Февраль 2022, 11:13

Тишек булһа ла буш түгел

1980 йылдарҙа мәктәптә, әле пионер, октябрят, комсомол бар саҡта, тиҙҙән коммунизмға барып етәбеҙ тип һөйләр ине уҡытыусылар. Уныһы нисек була - бала-сағаға ҡыҙыҡ.

Тишек булһа ла буш түгелТишек булһа ла буш түгел
Тишек булһа ла буш түгел

Уҡытыусы, Ленин, Маркс тәғлимәттәрен әллә уҡыған, әллә юҡ, магазинда барыһы ла буш була тип яуап бирә. Беҙҙең башҡа һыймай: нисек инде ул буш?
- Аҡса булмай. Магазинға инә лә, кем нимә теләй, күпме кәрәк, шунса ала ла сыға, артығына теймәй.
Булмаҫтай хәлдәр ҙә ул коммунизм. Улай булһа, кеше барыбер кәрәген генә алмай, күберәкте аласаҡ. Бәләкәй булһаҡ та коммунизмдың утопия икәнлеге һиҙҙек. Кеше нәфсеһен коммунизм ғына еңә алмай. Үҙе генә еңмәһә.
Беҙҙең редакция коммунизмда йәшәмәй, саҡ ҡына социализм күренештәре бар ахры. Ҡырағай капитализм, шөкөр, юҡ. Аҡса ҡоло булмаһаҡ та (уныһы бөгөн бар, иртәгә юҡ), унһыҙ йәшәп булмай, Эш хаҡы бик күп түгел, юҡ-юҡта "Эх, саҡ ҡына күберәк булһа ине" тигән ҡараштар осрай ине. Башҡаларға арттырһалар ҙа беҙгә юҡ, һайлау, перепись тип премия өләшкәндә лә беҙгә юҡ килеш йәшәп ятыш ине. Быйылдан эш хаҡы артты. Бөгөн ана шуны "йыуҙыҡ". Ысынында, быныһы сәбәп кенә (бик һәйбәт сәбәп), алда - ялдар (ныҡ тиҙ үтә аҙналар, айҙар), бер ултырып алайыҡ әле, һағынып һөйләргә ҡалһын, кире ҡайтмаҫ минуттар бит улар.
Коммунизмға барып етеп булманы, буш биргән магазиндарҙы күрергә яҙманы, быларына ҡайғырған юҡ, кеҫә, бәлки, тишектер ҙә, ә барыбер буш түгел, күңелдәрҙә үткәндәрҙән бушлыҡ ҡалмаһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас