ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
16 Февраля 2022, 11:51

Шәп халыҡ

Беҙ барыбер шәп халыҡ. Беҙ шундай, беҙ бындай тип үҙебеҙҙе үҙебеҙ һүгергә яратһаҡ та, беҙ һәйбәт күңелле халыҡ. 

Шәп халыҡШәп халыҡ
Шәп халыҡ

Йомарт, асыҡ, бер йылмайғанға биш йылмайыу менән яуап ҡайтарыр кешеләр. Күпме эшләп, күпме кеше менән осрашып, шуға инандыҡ.
Бөгөн Хәҙисә Бикбулатова инәй йортона барҙыҡ (теге паспорт тип). Сығып барышлай өндәшә:
- Ҡана, юлығыҙға 500 һум бирәйем. 

Уңайһыҙ булып китте, аҡса бирмәҫкә тип саҡ күндерҙек үҙен. Инде генә, аҡсанан да баш тартҡан байҙар булып, эшкә ҡайтып ултырһаҡ, Түбәнге Бабанан Әбделәхәт абзый шылтырата:
- Теге көн транспорт булмай, Яҡшымбәткә бара алмағанһығыҙ икән. Ниңә миңә әйтмәнегеҙ, үҙем алып бара инем.
Ә. Исхаҡов, әйткәндәй, бер ауылдарына барғанда, беҙгә бензин ҡойоп ебәргәйне. Бензин индикаторы дөрөҫ күрһәтмәгән - сыҡтыҡ та киттек, Бабаға етәрәк тегеһе бипылдап яна башланы ла ҡуйҙы.
Бензин тигәндән, Ҡотлоюлдан Надир Хәйбуллин да бер шулай бакка шланг тыҡты - бында ла бензин бөтөп барған һымаҡ ине.
Бер ауылда ниндәйҙер сарала булғандан һуң, ваҡыт тар, ашын ашай алмай китергә тура килде, арттан бер апай йүгереп сыҡҡан, ҡулында быяла банка:
- Мәгеҙ, аш һалдым, ҡайтҡас йылытып ашарһығыҙ.
Ошондай кешеләр булғанда, йәшәйбеҙ икән әле - халыҡтың йолалары, матур холҡо юйылып бөтмәгән - күңеле сәскә..
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас