

Яңы компьютер һатып алып биреп ебәргәндәр. Өфөнөң үҙенән. Иҫкеләре хәтәр ауыр була торғайны, быныһы еңел генә, техника үҫеше алға бара, ауырҙы ла еңеләйтәләр. Компьютер ныҡ кәрәк ине, редакцияла ултырғандарының күбеһе иҫкергән, саҡ ҡына яңғылыш тейҙеңме, ҡата ла тора.
Берәү аҙыраҡ, шулай ҙа быныһына ла шөкөр, ДНС, ана, хаҡтарҙы 30%-ҡа күтәргән тиҙәр, алдағы көндә әллә алып була яңыны, әллә юҡ.
Еңел техника менән еңел эшләргә булһын - теләгебеҙ ошо.