Был осраҡта күҙ күрмәне (эш аҙағында лупа тотоп ултырабыҙ, ысын), баш томаланды тип сәбәп эҙләү ҙә урынһыҙ- "что написано пером, не вырубишь топором" ти урыҫ халҡы.
Үткән һанда беҙ районда переворот яһап ташлағанбыҙ - район хакимиәте башлығы тип, уның урынбаҫары Данил Акиловты тәғәйенләп ҡуйғанбыҙ. Бер генә һүҙ, ә донъялар ана ҡалай булып китте - Көйөргәҙелә башлыҡ алмашынғанмы әллә тип төпсөшә башланылар. Юҡ. барыһы ла элеккесә, барыһы ла урындарында.
Был сәйәси хата өсөн, (кемделер ҡайғыртҡан, ә кемделер шатландырғандыр, бәлки), теҙләнеп ғәфү үтенәбеҙ. Алдағы көндәрҙә перевороттар яһамаҫҡа һүҙ бирәбеҙ.