Бөтә донъя күрҙе, ишетте

Бөгөнгө Ҡатын-ҡыҙҙар форумы, һәр йылдағыса, матур булды, ҡотланмаған ҡыҙҙар ҡалманы тиекме икән (элеккесә зал буйлап ирҙәр сәскә генә таратманы, сәскәгә хаҡ ҡот осҡос артҡан да киткән дә баһа!), республикала, йырҙағы һымаҡ, 10 ҡатынға 8 ир тура килә икән, шулай ҙа гүзәл заттың ҡәҙере ҙур. 

Бөтә донъя күрҙе, ишеттеБөтә донъя күрҙе, ишетте
Бөтә донъя күрҙе, ишетте

""Юшатыр" гәзитендә лә шулай, бер иргә әллә нисә ҡыҙ һәм барыһының да баһалары юғары.

Бөгөн ауыл хужалығы буйынса бүлек мөдире Гөлнур Хөсәйенова район Хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Нисек эшләгәнен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандар, күргәндәр, баһалағандар. Беҙ, дөрөҫөндә, уға көн дә рәхмәт әйтәбеҙ, ә бына, сәхнәләрҙән тороп, Юлай Ильясов әйткәне барыбер икенсе - әйтерһең, уны бөтөн донъя ишетеп, күреп тора. Рәхмәт, алдағы көндәрҙә тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, райондың ауыл хужалығын бергә-бергә күтәрергә яҙһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас