Алданыуҙар булмаһын

Яҙған ризыҡ ауыҙҙы йыртып булһа ла керер, ти халыҡ. Уныһы шулайҙыр, бөгөнгө ашағаныбыҙ ауыҙҙы йыртманы, рәхәт кенә инеп китте.

Алданыуҙар булмаһынАлданыуҙар булмаһын
Алданыуҙар булмаһын
Туңдырма. Бик йыш ошолай була: магазинға инәһең дә, ныҡ кәрәген генә алаһың, күҙҙе ҡыҙҙырғанға бик ҡарамайһың - аҡса иҫәпле. Туңдырма менән дә шулайыраҡ ахры, ашамһам да үлмәҫмен тигән мәғәнәлә ситтән генә ҡарап уҙаһың, балалар бик инәлһә генә инде....
Үҙебеҙҙән үҙебеҙ йәлләмәйек әле, бер генә йәшәйбеҙ - ошолай уйлап редакцияла эшләгән һәр береһәнә берәр туңдырма алдыҡ - байрам булғас, байрам булһын. БЗМЖ. Йәғни, ысын туңдырма, алыштыра торған, яһалма, алдатҡыс нәмәләре юҡ. 
Дүртеһен тотоп, бокалдар һымаҡ, сәкәштерҙек:  хистәр гел ысын булһын, алданыуҙар булмаһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас