Все новости

Яратмайса ҡосаҡламайҙар

Ҡарап тороуға сәнғәт кешеләре лә түгел, ә концерт тиһәң, бөтә донъяларын онотоп сыға ла китәләр. 

Яратмайса ҡосаҡламайҙар
Яратмайса ҡосаҡламайҙар
"Юшатыр"ҙа эшләгән ҡыҙҙарҙы әйтәбеҙ. Бөгөн концерт икәне иртә таңдан уҡ һиҙелә, кәйефтәре шәп, атлауҙары дәртле, тауыштары көр. Төштән һуңыраҡ "Служебный роман" киноһындағы кеүек күренеш башлана: күҙҙе яғыу, ҡаш төҙәтеү, сәсте күтәртеү, кейемдәр алмаштырыу. Белмәгән кеше булһа, ғишыҡ осрашыуына бара былар тиер ине. Ысынында ла шулай: яратҡан артистары янына баралар ҙа! 
Бына кисәге хәлде генә ал. Әнүәр Нурғәлиев.... "Ҡосаҡлама яратмайса" тип ебәреүе була, йүгереп барып үҙен ҡосаҡлағы килә башлай. Айгөл Халиҡова кисә шулайтты - Әнүәр абзыһы ҡосағына ташланды. Ер әйләнеүенән туҡтаны, ул бөтөнләй юҡ булды, аяҡ аҫтында бушлыҡ, даръя, донъяла бары тик улар ғына....
Концерт бөткәс, артисҡа рәхмәт әйтеүсе халыҡ күп булды, ысынында, йырсы бер баланы күтәрҙе (Айгөлдө лә, бәлки, күтәрер ине, хәле етмәҫ тип ҡурҡты ахры). 
- Бының Күмертауҙа ла балаһы йөрөп ята тип уйларҙармы икән, - тип шаяртты Әнүәр. 
Ҡыҫҡаһы, тамаша шәп булды. Киләһеләрен көтәбеҙ. Тағы кемде ҡосаҡларбыҙ икән? Шуныһы: беҙҙең ҡыҙҙар һәр береһенең ҡуйынына ташланырға тормай, күңеле ятҡандарҙыҡына ғына - яратмайса ҡосаҡламайҙар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: