РПЛИ директорынан ҙур рәхмәт алып килеп ҡалдырып киткәндәр. "Юшатыр"ҙан Грамота алалар ҙа, эй, ҡыуаналарсы тип аптырай инек (матди байлыҡ түгел, йәнәһе), бына Венер Сабанчиндың ҡултамғаһы ҡуйылған хатты алғас (рамкаһы ла бик матур), үҙебеҙ балаларса шатландыҡ: эт күңеле - бер һөйәк.
Рәхмәт, Венер Ришат улы, артабан да барыһын бүлешеп, шатлыҡлы мәлдәрҙе күберәк кисереп йәшәргә яҙһын.