Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
19 Апреля 2022, 16:26

Рәхәт күреү

Сәхрәгә сығыуҙың барыбер файҙаһы бар. 

Рәхәт күреү
Рәхәт күреү

Төп маҡсатыңа ирештеңме -юҡмы (мәҫәлән, бәшмәк эҙләп барып та уны таба алмаһаң), барыбер ҡырҙа йөрөп килеү кешегә килешә - тәбиғәтте күрә, йәне эштән ял итә. 

Беҙ ҙә шулай сығып киттек - Ҡансыра яғында ергә нефть түгелгән тип ҡотто алдылар ҙа (былтырғы Норильск һаман иҫтә), тоттоҡ та саптыҡ. Башлыҡ урынбаҫары Ю. Мәзитов, ЕДДС начальнигы Р. Сайфутдинов, хакимиәттең ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы баш белгесе Р. Фәйзуллин. Нефть аҡҡан ерҙе кисә үк таҙартып, бысраҡ ерен ҡаҙып алғандар (уны Ишембайға алып китәләр икән, махсус рәүештә юҡ итәләр) тип әйттеләр әйтеүен, шулай ҙа барып күреп, үҙең шаһит булырға кәрәк. Бына аптырашып баҫып торабыҙ - ҡайҙа ул нефте аҡҡан скважина? Тегеләй әйләндек, былай боролдоҡ (Ҡансыра яҡтары ҡалай матур икән), тәки табып булманы ул ҡәһәрле скважинаны. Улар (скважиналар) бында хәтәр күп тә ул. Ахырҙа, түҙемлек бөттө: ҡайттыҡ беҙ. Түрәләр артабан китте. 
Сәхрәлә барыбер һәйбәт ул, булмаған нефтте эҙләү һылтауы менән бер рәхәтен күреп ҡайттыҡ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: