Все новости

Бүлешеү

Был оҙайлы ялдарын һәр кем ҡулынан килгәнсә итеп үткәрә. 

Бүлешеү
Бүлешеү

Көндәре көнмө, һыуыҡ, ҡалала, иртән уянғас та, башты юрған аҫтынан да сығарғы килмәй ҡай саҡ. Кемдер баҡсала йәки баҫыуҙа, билдәле, бында өшөп тороп булмай. Ер кешеһенә, ысынында, ял юҡ.
Ә кемдер сит илгә барҙымы? Ай-һай, юҡтыр.
Ә беҙҙең арала ундайҙар бар - Айгөл Халиҡова бөтөн ғаиләһе менән Ҡаҙағстанға барып ҡайтты. Сит ил - сит ил инде, әллә нисә көн, ай булмаһа, алдан әҙерләнделәр, беҙ ҙә, хәлдән килгәнсә, ярҙам итештек. Нимә алырға, нимә алмаҫҡа. Төйөнсөктәр байтаҡ төйнәлде. Оҙаттыҡ.
Ҡаҙаҡтар һыйлай белә, ҡымыҙ, бишбармаҡ, ҡаҙы, ҡарта, лағман... Йән-тән рәхәттәрен кисереп, күңелдәре булғансы ҡунаҡ булып, ҡайтҡандар. Күстәнәстәре лә байтаҡ ҡына - күрше илдә йәшәгән халыҡ ныҡ йомарт. Әллә күпме сумка машинаға һымай тороп ҡалған. Беҙҙең аранан берәүһе, Халиҡовтарҙы оҙатҡанда, бензин алып ҡайтығыҙ тип тә бурыс йөкмәтмәксе ине. Быныһы булмаған, әлбиттә, бензинды беҙҙең илгә үлсәп кенә сығаралар, ә башҡаһы бар.

Рәхмәт, туғандаш халыҡ. Үҙебеҙ һеҙгә бара алмаһаҡ та, күңел йылығыҙ беҙгә килеп етә, артабан да шулай, бергә-бергә, йылыбыҙҙы бүлешә-бүлешә йәшәргә яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: