Все новости

Рәхмәт

7 июндә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя ҡоролтайының башланғысы менән Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын» форумы үтте.

Рәхмәт
Рәхмәт

Быйыл ул «Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында» темаһына арналды.

Былайыраҡ осрашыу икенсегә, былтыр Ғафури ерендә булғайны бындай йыйын (“Юшатыр”ҙа был турала мәҡәлә булды -  «Ҡуна ятыу»). Бына быйыл йәнә үткәрергә ҡарар иткәндәр, башҡалала, бер генә көн, иртәнән кискә тиклем.

Һәммәһе 600-ҙән ашыу журналист килде был форумға (ҡалай күмәкбеҙ икән дә), үҙебеҙ ярар, бер-беребеҙҙе әллә ҡасандан белеп бөткәнбеҙ, ҙур-ҙур ҡунаҡтар ҙа булды. Республика башлығы Радий Фәрит улы, уның аппаратынан әллә күпме вазифалы кеше, билдәле федераль һәм республика медиаэксперттары. Алена Алексеева - Донецк Халыҡ Республикаһы башлығының матбуғат секретары, Алексей Николов - RT телеканалы, Марина Мишункина - "АиФ", Марина Сезина - "Рәсәй 1" телеканалы. Шәп. Беҙҙең һымаҡ бәләкәй генә ҡалала йәки районда эшләп йөрөүсе журналисты, әйтерһең, кескәй генә күленән сығарҙылар ҙа океанға ырғыттылар – даирә киңәйҙе лә китте. 

Хөкүмәттән, хатта Рәсәй Президенты хакимиәте исеменән рәхмәт хаттары, юғары исемдәр, башҡа наградалар бихисап булды, уларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел, беҙ ғәли йәнәптәргә лә тотторҙолар, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән. Былай тип яҙылған: «Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын юғары һөнәри оҫталыҡ менән әүҙем яҡтыртҡаны, башҡорт теленең бәҫен күтәргәне, телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төплө материалдар әҙерләүҙәге эшмәкәрлеге өсөн “Юшатыр” гәзите редакцияһы коллективы Рәхмәт хаты менән бүләкләнә». Сәскә бирҙеләр. Гөлләмәһе матур ине, ҡыйбат. Нимә-нимә, сәскә өлкәһендә генә белем бар. Хәйер, сәскәләр нисек кенә матур булмаһын, барыбер, һулый, ә Ҡоролтай биргән Грамота  - мәңгелек дан тиһәң дә була. Рәхмәт. Янға Салауат Кәримов – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире - тып итеп килеп баҫты (был юлы уға, ни ғәләмәттер, бүләк булманы): һеҙ килгән һайын бүләкләнеп ҡайтаһығыҙ әллә? Һоҡланып әйтте, көнләшеүҙең бер ауазы ла юҡ ине. Рәхмәт.

Сара көнө буйы барғас, асыҡтырып кителде. Ашаталар икән. Бушҡа. Столовыйға, хәйер, Конгресс-Холдың ашханаһын улай тип кенә атау килешмәҫ, ресторанға, төштөк. Иркенләп китеп, туйғансы бер ашайыҡ әле тиһәк.... Ҡарабойҙай бутҡаһы ғына килтереп ҡуйҙылар. Туйҙың былай булғас. Улай тиһәң, барыбер асыҡҡан саҡ ҡына булһа ла баҫылып ҡалды. Рәхмәт.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: