Все новости

Йән һөйөнөүе

В. Исхаҡовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. 

Йән һөйөнөүе
Йән һөйөнөүе

Башҡортостан Журналистар Союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов янынан кисә Өфөлә булған сарала (МедиаЙыйын) күптәр килергә, уға ҡағылырға тырышты.

Уға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. 
Бындайҙар иҫәбенә беҙ ҙә эләктек, беҙгә лә, оҙаҡ ҡына көттөрөп булһа ла, сират етте, беҙгә лә бәхет йылмайҙы. Вәдүт Ғәйфулла улы "Ишембайҙар бит беҙ" тине бергә торғанда.
Күрше Күгәрсен районы "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Розалия Исҡужина, ошо уҡ гәзиттең яуаплы сәркәтибе Гөлназ Сәйетбатталова һәм беҙ фәҡирегеҙ, бөтәһе лә - Ишембай балалары, йәғни, Ишембай Башҡорт гимназия-интернатын уҡып бөткән кешеләр, ә беҙҙе унда әле яныбыҙҙа күкрәген ғорур киреп торған Вәдүт ағай уҡытты, ул саҡта бик йәш сағы, сәстәре бумалалай ине. Был йылдарҙа кемдер берәй ҡасан ошолай осрашып, фотоға төшөрбөҙ (әлеге ҡыҙҙар араһында өләсәй булып өлгөргән дә бар) тип кем уйлаған?  
 Уҡытыусы абзыйыбыҙға һыйына биреберәк тороп фотоға төштөк. 
"Яҡшы ҡағылһаң – йән һөйөнә, яман ҡағылһаң – йән көйөнә". Юғары дәүләт наградаһы алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ, Вәдүт Ғәйфулла улы, йәнегеҙҙе һөйөндөргән мәлдәрегеҙ алда тағы ла күберәк булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: