Все новости

Ҡотлау яҙыу - яҙмыш яҙған кеүек

Ҡотлауҙар күп була беҙҙә, иғтибар иткәнһегеҙҙер. 

Ҡотлау яҙыу - яҙмыш яҙған кеүек
Ҡотлау яҙыу - яҙмыш яҙған кеүек
Бер яҡтан ныҡ ҡыуаныс - тимәк, кәрәкбеҙ әле, халыҡ иғтибар бирә, яҡындарын беҙҙең аша ҡотлай. (иртәгә сығасаҡ һанда, мәҫәлән, ҡотлауҙар һаны 12) Мәртәбә! Икенсе яҡтан....
Бәләһе күп. Кемдер, мәҫәлән, атайымдың (өләсәйемдең) тыуған көнө, уны как нибудь ҡотлағыҙ әле, һүҙҙәрен үҙегеҙ табығыҙ ти ҙә ҡуя. Ултыр аптырап. Ҡотлау яҙыу- үҙе һөнәр, ҡайҙа эшләгән, нимә ярата, туғандары конкрет нимә теләй уға - барыһы ла мөһим. Төнөн дә яҙа ла ебәрәләр - йоҡлап ятып, яуап бирмәһәң, "АУ, һеҙ ҡайҙа" тип тә таптыра башлайҙар. 
Ҡотлау яҙыу - яҙмыш яҙған кеүек. Хаталы ла була. 
14-е коллегабыҙ Айгөл Халиҡованың тыуған көнө. Юбилей. Әлегә, һарыҡтар һуйыла торғансы, гәзиттә ҡотлай башлайыҡ тинек. Ярар, арабыҙҙа үткер күҙҙәр бар - хата китеп бара ла баһа! Яҙмышын үҙгәртеп ташлағанбыҙ. Айгөл һыйыр ҙа һауған, комбайнерҙарға ашарға ла ташыған, әллә күпме Хөкүмәт наградаларын алып бөткән. Хеҙмәт геройы! Быныһы ярар, кемдер ышаныр ҙа ине, һөлөк һымаҡ ҡыҙҙың 16 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәләре бар икәненә берәйһе ышанырмы? Уны бик белмәгән берәйһе күрһә, Күмертауҙа ла бар икән Алла Пугачевалар тиер ине, моғайын. Хатаны төҙәттек. Яҡшыға юраныҡ, тимәк, А. Халиҡова хеҙмәт геройы буласаҡ тиҙҙән, итәк тултырып, ейәндәр ҡосаҡлап ултырасаҡ. Амин. 
Яҙмыш һыҙған хаталарҙы ла шулай еңел генә төҙәтеп булһа икән.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: