Все новости

Рәхәттәрен бергә татыйыҡ

Кисә кис кенә яңырыу кисерҙек.  

Рәхәттәрен бергә татыйыҡ
Рәхәттәрен бергә татыйыҡ

Редакцияға диван һатып алдыҡ. Ҡулдан. Был хыял - диванлы булыу, күптән күңелде тырнай ине, инде уңайлы вариантты таптыниһәң, уңайһыҙ яҡтары килеп сыға, йә хаҡы ҡыйбат, йә буш, тик туғыҙынсы ҡаттан үҙеңә төшөрөргә кәрәк.
Ниһайәт, кисә барыһы ла хәл ителде, ҡараңғы төшөр алдынан ғына алып ҡайттыҡ. 

Редакция килгәндәр өсөн дә насар булмаҫ, йомшаҡ диванда ултырыу ҡаҡ һикелә ултырыу менән бер түгел.
Ҙур хәжәткә керә, керә
Ултырттыҡ диван алып,
Ял итергә йәтеш булыр,
Китһәк әгәр талып-арып.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: