Все новости

Мөхәббәттең сиге юҡ

"Һинең менән ер сигенә тиклем дә барырға әҙермен". 

Мөхәббәттең сиге юҡ
Мөхәббәттең сиге юҡ

Бындай һүҙҙәрҙе һәр кемдең кемдәндер, ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, ишеткәне булғандыр. Йәш сағында. Ишетеү бер нәмә (буш вәғәҙәгә ышанып, ҡоро ҡалғандар ҙа бик күп), ә бына был һүҙҙәрҙе тормошҡа ашырыу - бөтөнләй икенсе нәмә. 
Рөстәм Халиҡов хәләле Айгөлгә күп матур һүҙҙәр әйткәне булды, вәғәҙәләр ҙә күп яңғыраны. Уларҙың бушҡа сыҡҡаны юҡ. Ер ситенә тиклем эйәртеп алып барам тигәне лә булды, әлбиттә, янда бер кем юҡ, тик беҙ генә. Һин, мин, беҙҙең мөхәббәт һәм сикһеҙ Йыһан.

Бөгөн Рөстәм әллә ҡасан биргән вәғәҙәһен үтәй яҙҙы - һөйгәнен Ер сигенә тиклем алып барып етмәне, шулай ҙа ҡитға сигенә еткерҙе. Ер сигенә ҡасан алып бара? Алып барыр, тик һуңыраҡ, барыһы ла әле алда: ерҙең сиге булһа, мөхәббәткә сиктәр юҡ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: