Яҙмышты һайлап алып булмаған кеүек, тыуыр көндө лә һайлап булмай, нисек тура килде, риза булып, шулай йәшәй бирәһең. Мөғжизәгә ышанғы килә нисек тә, элегерәк: тыуған датам шәп, гел ете, һандары изге, серле, был донъяға тиккә тыумағанмындыр, тигән гонаһлы уйҙар ҙа килгеләне. Ауылда бер һалмыш ағай осрап ҡына кәйефте төшөрҙө, мейегә хафа һалды, башты тотоп ҡараны ла: сәсең ҡаты, йүнле булмаҫ тормошоң, тине. Бына һиңә, бер эшкинмәгән сәс арҡаһында ғүмере буйына күрмәгәнде күреп, эт яфаһында йәшәргәме хәҙер?
Бына, 45-кә аяҡ баҫҡанда, инде мөғжизәләргә ышаныс бөткәндә, шул фекер килде, тиккә тыумағанмын, ысынлап та. Яңғылыштары күп булды, ҡыҙарып торор ерҙәре лә булды, нимәһен йәшерергә, ундайҙары һаман була тора, ете һаны уратып алһа ла, фәрештә түгелмен, еңеүҙәре була, еңелеүҙәре лә... Бөгөн килгән ҡотлауҙарҙы уҡып-тыңлап, бала саҡтағы хыялый уйҙар дөрөҫ булғанына инандым. Бәхетле мин. Был бәхетте тулыраҡ тойорға, бала саҡ хафаһынан ҡотолорға (ҡаты сәс) ярҙам иткән ғаиләмә һәм барыһына ла ҙур рәхмәт (Юлай Ильясов, Фәнит Моратбаҡыев, Олег Фролов, Әхәт Ҡотлоәхмәтов... коллегалар, ауылдаштар (Яманһары, Таймаҫ), класташтар, дуҫтар, таныштар...).
Эш ниндәйҙер серле һандарҙа ла, сәстә лә түгел, баҡһаң.