Розалия Назарова, беҙҙең элекке хеҙмәтҡәр, коллегабыҙ.
Күмертауҙан Ҡырмыҫҡалыға күсеп киткәне, беҙҙең менән хушлашҡаны, һаман хәтерҙә, кисә генә булған кеүек, ул саҡтағы һыҡташыу-илауҙар....
Күңелгә яҡын кешене ситкә ебәреүе еңел түгел, талантлы журналист, уныһынан бигерәк, рухы менән тулыһынса беҙҙең кеше. Уның менән эшләүе рәхәт ине.
Бына, насип булғас, осраштыҡ. Розалия хәләл ефете (беҙҙең айырылышыуҙар сәбәпсеһе) Имза еҙнә менән килеп инде. Икеһе лә дәртле, көләстәр. Тап килһә лә килә икән кешеләр! Розалиябыҙ бигерәк йәшәреп киткән, урамда яңғылыш осраһа, бәлки, танымаҫ та инек. Әлеге күрешеүҙән кисергән рәхәт хистәр... Аңлатып булмай.
Үҙҙәре үҫтергән ҡыяр алып килгәндәр, башҡа күстәнәстәре лә күп ине, уларҙы урынлаштырырға өҫтәлдә урын ҡалманы. Розалия үҙе Ҡырмыҫҡалы районы гәзитендә эшләй, йәне ҡайҙа тартыла, эшкә шунда барған. Еҙнәбеҙ культура кешеһе. Музыка мәктәбендә ҡурай класын алып бара икән.
Әле Йылайырға китеп барыуҙары. Юл ыңғайы һуғылғандар. Оҙатып, арттарынан оҙаҡ итеп ҡарап ҡалдыҡ. Бер аҙ һағыш та булды ҡарашыбыҙҙа, шулай ҙа шатлығы күберәк ине. Яҡын кешебеҙҙең бәхетен күрҙек, хатта уға бер аҙ ҡағылдыҡ та ахры. Рәхәт.
Әлегеләй рәхәт миҙгелдәрегеҙ оҙаҡҡа һуҙылһын, бөтмәһен. Килгәнегеҙ (ҡайтҡанығыҙ) өсөн рәхмәт.