Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
12 Сентября 2022, 08:23

"Гөлнур ҡайҙа?"

Эшкә килеп, тын алырға ла өлгөрмәнек, уны таптыра башланылар.

"Гөлнур ҡайҙа?"
"Гөлнур ҡайҙа?"
Таң һарыһынан килгәндәр.
- Гөлнур ҡайҙа? 
Һәр журналистың үҙ уҡыусыһы булырға тейеш, Г. Хөсәйенованыҡы ла, әлбиттә, бар. Шулар таптыра. 
- Гөлнур юҡ, өс көн буйы булмай.
- Ул-был хәл булып киттеме әллә? 
- Ул Йәштәр йыйынында йөрөп ята, бөгөн төндә үк Өфөгә сығып китте. Әле барып еткән дә инде. Йыйын өс көн дауамында барасаҡ, һәммәһе 600 -ҙән ашыу йәш кеше ҡатнашасаҡ, 7 платформа эшләйәсәк, мәҙәниәт, мәғариф, эшҡыуарҙар, хатта йәш чиновниктар өсөн һәр береһенә тәғәйен платформа буласаҡ. Ашатыу-эсереү, йоҡлатыу һәм башҡаһы, барыһы ла хөкүмәт иҫәбенә. 
Шулай тип теҙ ҙә һал. Телдәрен шартлатты таңғы ҡунаҡтар, йөҙҙәренә саҡ ҡына ғорурланыу ҡатыш ғәжәпләнеү һыҙаттары сыҡты (ҡарале һин уны, Гөлнур - ҙур кеше икән), боролоп китеп барҙылар. 
Өс көн - күҙ асып йомған ара, тиҙҙән ҡайтыр Гөлнурығыҙ. Саҡ ҡына сыҙағыҙ. Беҙ ҙә түҙеп ултырырға тырышырбыҙ һәм репортаждар яҙырбыҙ. Көтөгөҙ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: