Кисә әллә нисә кеше араһынан тик уны ғына табып, телевидение Гөлнурҙан интервью алған. Йәштәр тураһында һорағандар, әлбиттә, "Юшатыр" тураһында ла белешкәндәр.
- Йәштәр гәзит уҡыймы?
- Йәштәр күбеһенсә социаль селтәрҙәрҙә ултыра, беҙ, был яҡты уйлап, үҙебеҙҙең төркөмдө ҡыҙыҡлы итергә тырышабыҙ, - тип шартлатып яуап ҡайтарған Г. Хөсәйенова. - милли телде аҙ беләләр, башҡортса бик уҡымайҙар тиһәк тә, беҙ рус гәзиттәрен дә уҙҙырабыҙ ул, тимәк, милләт өсөн һәйбәт эш башҡарабыҙ.
Телевизиончиктар яуаптан ҡәнәғәт ҡалған, интервью биреүсене оҡшатҡандар:
- Һеҙ йәш, дәртле, белемле кеше булараҡ, Өфөгә күсеп килергә уйламайһығыҙмы?- беҙгә лә шәп кадрҙар кәрәк тигәнгә ишара булғандыр.
- Юҡ, - тигән Гөлнур, - туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
Йыйын дауам итә.