Тәлғәт Шаһманов тураһында һүҙ. Шул уҡ ҡиәфәт, шул уҡ йылмайыу, шул уҡ кәстүм, тигәндәй. Дежавю.
Ысынында, күптән күргән юҡ та уны, һағындырған икән. Уның менән осраштыңмы, мотлаҡ фәлсәфәүи һүҙгә күселә лә кителә. Нимәһе шәп: ул кешене тыңлай белә. Ҡайһы бер олораҡтар һымаҡ еңмешләнмәй.
Тәлғәт Ғиндулла улы менән беҙҙе - Юшатырҙы - байтаҡ хәтирәләр бәйләй, кем-кем, ул гәзит эшен беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгән кеше, Ш. Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты ла.
- Өсөнсө китап өҫтөндә эшләп ятам, - Тәлғәт ағайҙың иң яратҡан темаларының береһе - китап, - өсөнсөгә ейәнле булырға торам.
Йәнә бер яратҡан тормош темаһы - балалар. Бер шылтыратҡанда, ваҡытым юҡ, балалар ҡайта, аш һалып йөрөйөм тиеүе лә күпте һөйләй.
Ололар көнөнә тигән бүләкте бирҙек. Бик ҙур түгел уныһы, шулай ҙа теләктең ҙурын әйттек: бәхетле атай, олатай булып оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, Тәлғәт ағай. Һин аш һалып ҡына йөрөмәйһең, милләт киләсәгенә юл да һалаһың.