-14 °С
Облачно
Динис Арыҫланов, Көйөргәҙе районы "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы артисы шулай тип һөрәнләне теге көн Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс аҙағында.
"Юшатыр" редакцияһында эшләгән Алина Дәминованы әйтә. Алина, йәш булыуына ҡарамаҫтан, дин юлына баҫҡан. Шуға, шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейенеп йөрөй.
Динис ҡына булһа ярар, теге саҡ Күмертауҙа мәрхүм һалдатты оҙатырға тип тә барҙы Алина, кем генә янына килмәгән (кемеһелер ситкәрәк ҡасҡан, әлбиттә), килгәндәре хоҡуҡ һаҡлау органдарынан. Аҙаҡ шылтыраттылар: һеҙҙеке инеме ул? Кем ул?
Нимәһе: сыр яланғас тиерлек йөрөгән кеше йәмғиәтте аптыратмай, ҡурҡытмай, ә бына дин ҡушҡан буйынса кейен...
Алда ла буласаҡ һорау-ғәжәпләнеүҙәргә яуап: эйе, беҙҙеке ул, ҡурҡмағыҙ.