Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
19 Ноября 2022, 15:38

Кеше өйрәтәм тип барып....

Ике-өс көн элек шылтырау яңғыраны. 

Кеше өйрәтәм тип барып....
Кеше өйрәтәм тип барып....

Яғымлы ғына тауыш, йәш ҡатын тауышы.
- Шулай-шулай, БРГИ-ла сара була, һеҙ эксперт булып ҡатнашаһығыҙмы?
Һантыйлыҡ көслөмө, ял көнө була торған сара, етмәһә, юҡ тип әйтәһе урынға, эйе тип яуап бирелде. Ҡатын-ҡыҙға юҡ тип әйтеп өйрәмәгәнлек, әлеге. Быныһынан тыш, ҡайҙан - Мәғариф министрлығынан шылтыраталар, ире лә төш.
Ҡыҫҡаһы, бөгөн Стратегик сессияға киттек тә барҙыҡ. Ә бит Эксперт тигән һүҙ ҡурҡытты, барып нимә эшләйем дә нимә тип әйтәйем. Аҙ-маҙ булырмын да, кеше күҙенә салынғылағас, ҡайтыр ҙа китермен тиһәм... Ҡайҙан, бөткәнсе йөрөгөҙ, саралар күп була, үҙ һүҙегеҙҙе әйтерһегеҙ тип наказ биреп ҡуйҙы баяғы ҡатын, башҡаса сара юҡ, рустар әйтмешләй, назвался груздем...
Һәйбәт ҡаршы алдылар, тупһанан уҡ "Һыуәйҙәгеҙ" тип торалар. Сәк-сәк ҡаптырҙылар. Муйынға исем яҙылған бейджик аҫтылар - тағы ла нығыраҡ экспертҡа оҡшап киттек. Унан БРГИ буйлап сәйәхәт иттек. Директор үҙе, юлбашсы булып, алдан бара (Шайморат тигән исемде юҡҡа йөрөтмәй икән, генералдан кәм ере юҡ). Булдыҡлы хужа үҙенең етеш донъяһын күрһәтәме ни, мәктәпте әйләндек кенә. Ваҡыт яғы самалы, юғиһә, Шайморат Азамат улы әллә нисә көн ҡайтармай тотор ине, күрһәтер нәмәләре күп.
Стратегия тигән сараһы - төп өлөш башланды. Ултырабыҙ, эксперт булып. Нисек итеп мәғариф учреждениеһына интернет, телевидение, гәзиттәр аша үҙҙәрен күрһәтергә - беҙҙең тема ошо. Байтаҡ һәйбәт тәҡдимдәр яңғыраны, педагог эшенең ыңғай ҙа, кире лә яҡтары асылды. Сайттарҙа уҡытыусы кеше нисек эшләргә, нисек итеп донъяға үҙен танытырға тейеш? Һорау киң бит. Берҙән, уҡытыусының ваҡыты тар, икенсенән конкуренттар күп (әҙәм балаһының йышыраҡ көсләгән дә һуйғанға күберәк иҫе китә, ә, мәҫәлән, беҙ өмә яһаныҡ тигән яңылыҡҡа бик иғтибар итмәүе лә бар), эш хаҡы, кадрҙар (мәктәптәрҙә әбейҙәр ҙә бабайҙар ғына ҡалып бара, интернетта соҡоноп, нимәлер яҙып ултырамы ул йәки нәски бәйләйме?). Материалды дөрөҫ, уҡымлы итеп биреү ҙә бер бәлә. Бына ошолар тураһында һүҙ ҡуйырттыҡ.

Башҡаларҙың һәр береһенең үҙ темалары. Әйткәндәй, барлығы был сессияға 90-дан артыҡ кеше килгән, яҡын-тирәнән генә булырҙар тиһәк, алыҫ төнъяҡ райондарҙан да барҙар.    
Шуныһы: юҡҡа ҡурҡҡанбыҙ, барыһы ла бында үҙ эшен белгән заманса педагогтар ине, кешене өйрәтәм тип барып, үҙебеҙ әллә күпме нәмәгә өйрәнеп ҡайттыҡ. 
Теге матур тауышлы ҡатынмы? Хужәхмәтова Илүсә Финат ҡыҙы булған да ул. Мәғариф министрлығының милли белем биреү идаралығы баш белгесе. Тауышы кеүек үҙе лә хәтәр матур ҡатын. Ябай, яғымлы.
Сара шәп булды. Бына беҙ эксперт булараҡ әйтәбеҙ. Рәхмәт.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: