Әле генә булған кеүек, ә был ваҡиғанан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән.
Гөлнур Хөсәйенова 2011 йылда беҙ биргән Грамотаһын, ҡайһылыр еренән, табып алған. Һаҡлаған икән. Ул саҡта ул студент ҡына, фамилияһы ла икенсе, балалар юҡ, ир юҡ мәле. "Беҙ - бер туғандар" исемле конкурста ҡатнашып, еңгән булған. Кем уйлаған, күпмелер ваҡыт үтер һәм ул үҙе башҡаларға гәзит исеменән грамоталар таратып йөрөр тип?
Хәҙер ул ул саҡтағы хихылдаҡ ҡыҙ түгел, ир ҡатыны, балалар әсәһе һәм олпат журналист. Ерле юҡҡа бирмәгәнбеҙ был грамотаны - шуныһы ҡыуандыра. Исеме лә ниндәй - беҙ бер туғандар!
...Бүләгебеҙҙе алыусы һәр йәш кеше, торараҡ беҙҙә эшләп китмәһә лә, беҙҙең бер туғанға әйләнһә ине.