Все новости

Тәмләп-йәмләп

Тәүҙә беҙ уны Италиянындыр тип уйланыҡ. 

Тәмләп-йәмләп
Тәмләп-йәмләп

Исеме нисек бит: Mark Sevouni. Ә беҙ итальянский тиһәң, йығылабыҙ ҙа китәбеҙ. Кейемдәре шәп (дөрөҫ, уны алырға кеҫә таҡыр), йырсылары, артистары, башҡа бөйөктәре. Моника Белуччи, Гуччио Гуччи, Джорджио Армани, Федерико Феллини, Адриано Челентано... Һанап бөтөрөрлөк түгел. Һәм бына беҙгә кәнфит бүләк иттеләр (Яңы йыл тип) - Марк Севиони, исеме йыр һымаҡ яңғырай. Ә кем бүләк итте? Үҙҙәре лә кәнфит кеүек кенә булған, район хакимиәтен йәмләп-тәмләп ултырған ике ҡыҙ.
Ауыҙға алырға ла ҡурҡып, тәүҙә исемен ныҡлап белештек. Италия тигәнебеҙ, Әрмәнстан булып сыҡты. Әммә күңел ҡайтыу тигән нәмә булманы - әрмәндәр ҙә матур халыҡ, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ, етмәһә, барыһын да сифатлы итеп башҡаралар, юҡҡа ғына юл һалыуҙы, күбеһенсә, уларға йөкмәтмәйҙәр ҙә. Әрмән халҡы ла донъяға әллә күпме шәп кешеләрҙе тыуҙырған: Ким Кардашян, Иван Айвазовский, Стив Джобс, Шарль Азнавур, Ирина Аллегрова...
Ысынлап та, кәнфиттәр шәп булып сыҡты. Рәхмәт, ҡыҙҙар. Һеҙҙең тормош та әлеге кәнфит һымаҡ сифатлы ла, татлы ла булһын.
...Бүләктең ҡайҙа сыҡҡаны түгел, уның кем һәм нисек биреүе мөһим.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: