Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
18 Января 2023, 13:23

Бар ине шәп саҡтар!

Әлеге афишаға ҡарап, уфтанмаҫ ерҙән уфтанып, ошо һүҙҙәрҙе әйтке килә.

Бар ине шәп саҡтар!
Бар ине шәп саҡтар!

Элек ағастар ҙа бейегерәк, үлән дә йәшелерәк, ҡыҙҙар ҙа матурыраҡ була торғайны тигән ише әйтеп ҡуйҙыҡ.
2010 йылда, үҙ көсөбөҙ менән, "Юшатыр сибәре" конкурсы үткәргәйнек. Күмертауҙың иң ҙур сәхнәһен - ул саҡтағы "Дуҫлыҡ" мәҙәниәт һарайын тәүҙә бирмәй маташтылар, ҡала башлығы Сергей Афонинға барып, һорағас ҡына "ярар" тинеләр. Әллә күпме бағымсылар табылды, Фәнит Моратбаҡыев эшмәкәрлеге булды был, башлыса. Ә ҡыҙҙар! Район-ҡалалағы иң сибәр, иң талантлы ҡыҙҙар йыйылды ла китте, сәскәләр араһына осоп йөрөгән бал ҡорто һымаҡ тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Кастинг үткәргән булдыҡ (матурлыҡты тойған, аңлаған кешеләр, йәнәһе), сәхнәгә ете ҡыҙ менен баҫҡайны. 
Конкурс шәп үтте. Төп приз, һаман хәтерҙә, телевизор ине. 

Бөгөн ошондай сара үткәрергә ҡулдан килер инеме икән? Ай-һай. 
...Был ҡыҙҙар әле төрлөһө төрлө яҡтарҙа, һәр береһе тормоштан уңғандыр тип ышанабыҙ. Нимәһен генә төплө беләбеҙ: улар һаман шулай уҡ сибәрҙәр, уңғандар. 
Беҙҙең эшкә, ижадҡа (матурлыҡ дәрт бирә), йәшәүгә йәм өҫтәгәнегеҙ өсөн рәхмәт, һылыуҙар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: