Хәбәрсебеҙ Алина Дәминева йома көнө, эштән ҡайтып барышлай, ошолай тип әйтеп, һуштан яҙҙырҙы.
Атаҡ-атаҡ, быға нимә булған, аҡсанан да туйған әҙәм булыр икән.
Премия, юҡ -юҡта эләгеп тора, аҡмаһа ла тама, тигәндәй, ул бер яҡтан шатландырһа, икенсе яҡтан мәшәҡәт өҫтәй: кемгә күпме яҙырға?
Ай буйы күргән-кисергәндәрҙе күҙ алдынан үткәрәһең, Фәләниә Төгән ҡыҙы Фәсмәтәнова нисек эшләне әле? Өшөй-туңа фермалар, баҫыуҙар буйлап йөрөнөмө әллә йылыла, компьютер артында ғына, сәй эсеп, интернеттан, телефондан ғына хәбәр алып яҙып ултырҙымы?
Ғөмүмән, күпме яҙҙы (сәғәтенә ҡарап, ҡасан алтынсы ярты була инде тип һеңгәҙәп ултырманымы?), яҙғаны үтемле булдымы, хаталар ебәрмәнеме (улары гәзит һайын, алдамай әйткәндә). Алда ятҡан ҡағыҙға (премия күләме яҙылған) ҡарап аптырап ултырғанда, Алина шулай тип хәбәр һалды.
- Сәпсим кәрәкмәйме?
- Сәпсим.
Былай булғас, ҡалғандарға - беҙгә - күберәк тәтей, әммә ғәҙел булмай.
- Лотереяла оттоңмо, олатайың бай мираҫ ҡалдырҙымы, ирең Себерҙән күп итеп аҡса алып ҡайттымы?.. - төрлөсә фаразлап ҡарайбыҙ, ахырҙа эштең нимәлә икәне барып етте. Маҡтағандар ҙа баһа быны! Кем бит әле, район хакимиәте башлығы үҙе! Тимур Иҙрисов. Һүҙгә бик йомарт кеше түгел, шунлыҡтан уның ауыҙынан маҡтау һүҙе ишетеү һәр кемгә тәтемәй ҙә дәрәжәһе юғары була. Уның әйткәне әллә нисә премияға тиң.
Йылы һүҙ - йән аҙығы, беҙҙең һымаҡ ижади кешене саҡ ҡына маҡта - ашауҙан яҙа, йәне үрҙәргә осоп менә лә, ерҙәгеләргә өҫтән ҡарап тора.
Рәхмәт, Тимур Нәсибулла улы, күрә белгәнегеҙ, баһағыҙҙы йәлләмәгәнегеҙ өсөн.
Премия? Яҙҙыҡ. Бөгөн күктә осһаң да, барыбер ҡасан да ергә төшөргә кәрәк, ә ерҙә ашағы килә башлай.