Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
8 Февраля 2023, 14:18

Ырым

Иртәнән бирле танау ҡысытты. 

Ырым
Ырым
Ҡысыпмы-ҡысый, түҙер әмәл юҡ, әлеге мәлдә бигерәк тә төрлө хөрәфәткә, ырымға ныҡ ышанған мәл, интерентты асып ҡараныҡ - хәйерлегә генә булһа ярар ине. 

"Уң ҡулдың усы ҡысытһа - күрешергә, һул ҡулдың усы ҡысытһа - аҡсаға, арҡа тартһа - яңы кейемгә, оса тартһа - ҡунаҡҡа, танау ҡысытһа - күстәнәс ашарға..." 

Бынау һыуыҡ көндә кем йөрөһөн күстәнәс тейәп - юҡ-барға ышанған беҙ һантый тип уйлаһаҡ, халыҡ һынауҙары алдамай икән: ишектән ул күренде, Тимур Иҙрисов, район башлығы урынбаҫары. Ҡулында ҙур тоҡсай. Күстәнәс тотоп килгән. Рәхмәт, Тимур Нәсибулла улы, көнөбөҙҙө йәмләнегеҙ.
...Барлыҡ ырымдарыбыҙ әлегеләй гел ыңғайға килеп торһон ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: