Шулай ти рус халҡы. Бөгөнгө байрам уңайынан, ошо әйтем иҫкә төштө. Милли гәзиттең дә маҡсаты (ул нимә тураһында яҙһа ла) ошо тел. Бер урында ултырып ҡына яҙып булмай, әл дә ошо машина бар. 12 йәш - машина өсөн оло йәш, әммә һаман теремек әле. Уның арҡаһында беҙҙең тел, Киевҡа тиклем барып етмәһә лә, байтаҡ яҡтарға етешеп өлгөрә. Күпте күргән машинаны күптәр таный (ҡасып-боҫоп йөрөй торған түгел ул, ҡайҙа барһаң, ултырһаң да ана, улар ултыра тип төртөп күрһәтәләр), әле көнө буйы бойоғоп торған машинаға яҙып киткәндәр, кемдер, үҙенсә, сәләм күндергән.
Әл дә тел бар, әл дә машина бар. Юғиһә, гәзит тә булмаҫ ине.