Все новости

Бәлә артынан сабыу

Анауында йорт яна! 

Бәлә артынан сабыу
Бәлә артынан сабыу
Шулай тип хәбәр иттеләр. Күмертауҙың Совет урамында бай йорттарҙың береһе яна, өс пожар машинаһы ултыра, ҡот осҡос берәй нәмә булғандыр ул.
Тор ҙа шунда сап.
Ошо урында бер кәлимә һүҙ. Мәғлүмәт эҙләгәндә, күбеһенсә, әлеге киң мәғлүмәт саралары, ҡайғылы, сәстәр үрә торған хәбәрҙәр артынан саба - әҙәм балаһы ошондайҙы күберәк уҡый, йәнәһе. Тегендә һуйғандар, бында көсләгәндәр, бәрелгәндәр, ҡыйралғандар - ҡайһы бер сығанаҡтарҙы ҡараһаң, сәстәрең генә түгел, башҡа ерҙәрең дә әллә нәмә эшләр. Кешене ғәжәпләндерер, ҡотон осорор яңылыҡ артынан сабып, Башҡортостан журналистикаһы, беҙҙеңсә, төҫөн юғалта һымаҡ. Миҫалға, "республика яңылыҡтары" тигәнерәк төркөмгә керегеҙ, һушың китер, ситтән кемдер уҡып ултырһа, Башҡортостанда 1930-сы йылдарҙағы Чикагола йәшәгән һымаҡ йәшәйҙәр икән тиерҙәр. 
...Эт саба тип, бет саба  - беҙ ҙә, бына, тороп йүгерҙек. Ҡурҡыуҙарыбыҙ бушҡа булған, янғын һүндереүселәр күнекмә үткәрә икән. Иркен тын алынды. 
Бәлә артынан сапҡан мәлдә лә беҙҙе - Башҡортостан журналистарын - гел һемәйткән яңылыҡ көтһөн ине. Ҡазалар булмаһын. 
Автор:
Читайте нас: