Все новости

Яуап

Кисәге Атайсалда камералар күп булды. 

Яуап
Яуап
Башты ҡайһы яҡҡа борма, мотлаҡ ниндәйҙер объективҡа эләгәһең, йә фотоаппарат һиңә тоҫҡалған, йә булмаһа, видеокамера.
Береһе беҙҙең янға туҡталды: бер-ике ауыҙ һүҙ әйтегеҙ әле. Балалар. Тамыр студияһы. 
- Сөмбөл килмәнеме? 
Таймаҫ ҡыҙыҡайы эшләй унда, шуны белешеүебеҙ.
- Юҡ, уның башҡа эштәре булды, Өфөлә ҡалды. 
Микрофон тотоп алдыбыҙҙа торған ҡыҙ ҙа яҡташ булып сыҡты - Ишембайҙан. Кинйәкәй ауылы ҡыҙы. Таныш яҡтар, йәнгә яҡын тарафтар. 
- Балалар тыуған илгә, бәләкәй булһалар ҙа, ярҙам итә аламы?
Тәү ҡарашҡа бер ҡатлы һорау һымаҡ булһа ла, яуап эҙләгәндә, ҡатмарлы ғына тойолдо.
Яҡшы уҡығыҙ, сыйырсыҡтарға тағараҡтар яһағыҙ, әбей-бабайҙарға ярҙам итегеҙ...  Юҡ, быны улар былай ҙа белә. Тапалған. 
 Миһырбанлыҡ. Ниңәлер ошо яуапты бирге килде. Бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлы булайыҡ. Был хис кешелә йәки бар, йәки юҡ. ул бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Ҡаты бәғерле булып үҫмәгеҙ, балалар. Беҙҙең тормошта әле тап шәфҡәт етмәй төҫлө. Әллә тура килде был Мәләүездәге форум темаһына (Атайсал), әллә юҡ. Ҡыҙ аңланы буғай, һәр хәлдә күҙҙәре шулай тип әйтә кеүек тойолдо. 
Автор:
Читайте нас: