Күмертауҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәшеүсе хеҙмәткәрҙәр 23 йәшлек ҡыҙҙы алты грамм синтетик наркотик менән тотҡан. Был матдәне ул билдәле урынға йәшереп, уның ҡайҙалығын һатып алыусыларға хәбәр итергә тейеш булған. Йәғни һатып алыусылар менән туранан-тура бәйләнешһеҙ һатыу итергә уйлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре был «эшҡыуарҙың» наркотик матдәләр йәшерелгән тағы ла шундай бер нисә урынын тапҡан.