Все новости
Үәт әй!
1 Июня 2018, 12:17

РИШҮӘТЕ – ДӘҮЛӘТ КИЛЕМЕНӘ

Быйыл, апрелдә, Өфө-Ырымбур автомобиль юлында Юл-патруль хеҙмәткәре 59 йәшлек иҫерек водителде туҡтата. Дыуан районында йәшәүсе был кеше полиция хеҙмәткәренә 4900 һум ришүәт тәҡдим итеп маташа.

Быйыл, апрелдә, Өфө-Ырымбур автомобиль юлында Юл-патруль хеҙмәткәре 59 йәшлек иҫерек водителде туҡтата. Дыуан районында йәшәүсе был кеше полиция хеҙмәткәренә 4900 һум ришүәт тәҡдим итеп маташа. Тегеһе иһә тәфтиш-оператив төркөмөн саҡырта. Тейешле документтар тултырылғас, был иҫеректең енәйәти эше Көйөргәҙе районы прокуратураһына тапшырыла. Прокуратура уны ғәйепле тип таба. Артабан был енәйәти эште суд ҡарап, водителгә 8 мең һум күләмендә штраф һала, унан тартып алынған 4900 һум ришүәткә тигән аҡсаһы дәүләт килеменә күсерелә.
Читайте нас в