Все новости
Үәт әй!
14 Сентября 2018, 12:57

ТЕГЕ ДОНЪЯҒА ХАТ

Беҙҙең бер ҡасан да иркен тын алып йәшәгән юҡ - бурыс тигән нәмә муйынды ҡыҫа.

Беҙҙең бер ҡасан да иркен тын алып йәшәгән юҡ - бурыс тигән нәмә муйынды ҡыҫа. Зарплата алып инде бурысты биреп бөттөм тиһәң, йәнә бурысҡа батаһың. Заманаһы ла әллә ҡалай, ипотека, башҡа кредиттар йәнде ала. Быларынан тыш коммуналка йыға һуға. Әле бына газ өсөн генә районда 4 миллиондан ашыу бурыс йыйылған. Коммуналка өсөн түләмәй ҡара, хәҙер килеп ҡырҡҡан ерен ҡырҡып, өҙгән ерен өҙөп китәләр, унан ултырырһың ҡараңғы, һыуыҡ йортта шоҡорайып. Бына шулай яфаланып йәшәйбеҙ. Һәм... үлеп китәбеҙ. Тик беҙҙең илдә коммуналканан үлһәң дә ҡотолоп булмай икән. Яҡшымбәттә йәшәп, 2008 йылда донъя ҡуйған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрәфетдин Ғәлиев бабай! Ун йыл элек үлеп китһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙән һуң 2011 йылда әбейегеҙ ҙә гүр эйәһе булһа ла, электр өсөн бурысығыҙ ҡалған. Шуны нисек итеп булһа ла түләп ҡуйығыҙ. ЭСКБ тигән ойошма ошо турала һеҙгә хат ебәргән, исмаһам, әлеге адресығыҙҙы әйтегеҙ, улар күптән светы ҡырҡылған, был турала тейешле урынға хәбәр ителгән, инде нисәмә йыл береһе лә йәшәмәгән йортҡа ебәрә хаттарын.

ЭСКБ ойошмаһы «Юшатыр»ға был хәл тураһында бына нимә тине: был йорт һаман булһа беҙҙә иҫәптә тора. Береһе лә килеп унда бер кем дә йәшәмәй тигән ғариза яҙманы, үлеү тураһында ҡағыҙ күрһәтмәне. Был йортта иҫәп приборы тора, уның күрһәткесен ай һайын беҙгә еткереп торорға тейештәр (телефон, смс, интернет аша ла була). Береһе лә иҫәп күрһәткесе хаҡында әйтмәгәс, беҙ уртаса хаҡты яҙа барҙыҡ. 2015 йылдан бирле йыйылған 1245 һум 54 тин хаҡында һүҙ бара. Тап 2015 йылда беҙҙең программа яңыртылды. Хәҙер бабайҙың туғандарына беҙгә килеп рәсми рәүештә йортто электрҙан һүндерергә теләү хаҡында белдерергә кәрәк, приборҙың күрһәткесен дә алып килһендәр, уларға бурысты түләргә кәрәк булмаясаҡ».


Читайте нас: