Барса халыҡ Республика көнөн байрам иткәндә, Күмертауҙа бер әбей үлә. Йәше 70-кә яҡынлаған кеше мәрхүм булһа ла, аптырарлыҡ түгел, быныһы ғәжәпкә ҡалдырмай. Әбей үлеп киткәс, уны Ермолаевола ерләйҙәр. Матур итеп теге донъяға оҙатҡас, йола буйынса туған-тыумаса ултырып иҫкә ала һәм ошоноң менән тарих бөтөргә тейеш ине, тик артабан Голливудтың ҡурҡыныс киноһындағы һымаҡ сюжетлы тарих башлана. Ерләүҙең икенсе көнөнә ҡәбер янына инәйҙең ҡыҙы килә. Бер үҙе генә түгел, эргәһендә таныш ир ҙә бар. Ҡатын был иргә, әсәйемдең кәүҙәһен Күмертауға алып ҡайтып ерләргә рөхсәт бар, ти. Ир кеше ышана, көрәген дә тотоп килә. Былар икәүләшеп әсәнең мәйетен ҡаҙып алалар һәм балаҫҡа төрнәйҙәр. Был хаҡта полицияға билдәле була. Баҡһаң, ҡатындың ҡәберҙе ҡаҙырға бер ниндәй рөхсәте лә булмаған, үҙе аҡыл йәһәтенән сирле тигән диагноз менән иҫәптә тора икән. Ошо ҡырағай хәл буйынса әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.
...Яҡындарыбыҙ теге яҡҡа киткәндән һуң, хәлдән килһә, күптәребеҙ уларҙы кире торғоҙоп ултыртыр ине. Тик кәүҙәһен бер ерҙән икенсе ергә ошолай күсереп ерләргә йыйынғанды күргән- ишеткән юҡ ине әле.