Все новости
Үәт әй!
19 Октября 2018, 11:52

ТӨНЬЯҠ АМУРЫ ҺЫМАҠ...

Районда малдар юғала, тик урлаусыһы табылмай, тип саң ҡағыусылар күп булды.

Районда малдар юғала, тик урлаусыһы табылмай, тип саң ҡағыусылар күп булды. Ысынлап та, йыл һайын әллә нисәмә баш мал юҡҡа сыға, һыйыр, әйтерһең дә, төймә размерлы, тиҙ генә ҡайҙалыр йәшерәләр һәм мал табылмай. Ҡараҡ та эҙһеҙ юғала. Бына яңы хәбәр: Көйөргәҙе районында 22 йәшлек эшһеҙ бер егетте ҡулға алғандар. Иркендә йөрөгән аттар көтөүенән ат урларға йыйынғанында быны күреп ҡалалар. Егеттә ата-баба ҡаны уйнап китемме икән, атҡа атланған да хәс тә француздарға ҡаршы барған төньяҡ амуры һымаҡ сапҡан был. Тик хәҙер башҡараҡ заман, атта ғына әллә ҡайҙа ҡасып булмай — эләгә егет. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Читайте нас: