Все новости
Үәт әй!
8 Февраля 2019, 14:04

ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР

Был аҙна башында Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Унда 2019 йылға эш планы проекты ҡаралды.

Был аҙна башында Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Унда 2019 йылға эш планы проекты ҡаралды.


Проект 23 пункттан тороп, йыл барышында ҡала күләмендә бик күп саралар үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Улар араһында, мәҫәлән, мартта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған һайлау конференцияһы үткәреү, июндә башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужинға һәйкәл асыу, 13-сө башланғыс мәктәп базаһында «Өләсәй мәктәбен» ойоштороу һәм башҡа бик күп саралар ҡаралған.

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ике тиҫтә кеше ағза булып тора. Ә ултырышта шуларҙан Рима Арыҫланова, Земфира Усманова, Хаҡҡолой Мөхәмәтйәнов һәм был юлдарҙың авторы ғына ҡатнашты. Ҡалғандарҙың барыһына ла ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова алдан хәбәр итеү, ҡат-ҡат шылтыратыуға ҡарамаҫтан, төрлө сәбәп йә һылтауҙар табып, киләм, тип һүҙ биреп тә ултырышҡа килмәүҙе һәм ойошма эшендә яҡындан ҡатнашмауҙы хуп күргәндәр. Беҙ башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләре хаҡында гәп һатырға, хатта зарланырға, ғәйепте ситтән эҙләргә яратабыҙ. Ә эш үҙебеҙгә килеп төртөлһә, ҡоролтай ағзаларын арттарынан баҫтырып йөрөһәң дә, тоторлоҡ түгел. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы, аптырағас, уларҙы бына шулай өсәрләп тигәндәй йыйып бер үк мәсьәлә буйынса ҡат-ҡат ултырыштар үткәрергә мәжбүр. Дөрөҫөн әйткәндә, һәлкәүлектең аръяғына сыҡҡанбыҙ. Ҡоролтай янында ойошторолған Аҡһаҡалдар ҡоро нисәмә йыл инде ҡағыҙҙа ғына бар. Был турала «Юшатыр» гәзите бер нисә тапҡыр яҙҙы. Ә уның эше һаман урынынан ҡуҙғалмай. Бара-бара ҡоролтай ҙа шундай хәлгә төшмәҫме?
Читайте нас: