Все новости
Үәт әй!
1 Октября 2019, 12:59

Үҙе хәтлем

Бер йәшлек тә ике айлыҡ Арина Мәһәҙиеваның быйыл эше ныҡ күп булды - ата-әсәһе ҡалала баҡса тота, унда күп итеп төрлө емеш-еләк, йәшелсә, күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матур сәскәләр үҫтерәләр. Баҡсам бар, тип әйтеүе генә анһат, тик уны әҙәмсә итеп тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле. Бәләкәймен, тип тормай Арина йәй буйы баҡсаны ҡарашты. Ныҡ тырышты ул, шуға күрә ҡайһы бер уңыш Аринаның үҙе хәтлем булып үҫте.

Ҡыҙ баланың ҡыуанысының сиге юҡ, үҙең үҫтергән емеш тәмлерәк була шул. Киләсәктә лә күп емештәр үҫтереп, уларҙың тәмен татып, ата-әсәңә ныҡлы терәк, аҡыллы бала булып үҫергә яҙһын, Арина.

Т. ЮЛАМАНОВ
Читайте нас: