Ф. Бүләковтың “Әбейҙаргә ни етмәй?” тигән пьесаһы бар. Яҙыусы һымаҡ беҙ ҙә аптырайбыҙ: ни етмәй был ҡарсыҡтарға? Көйөргәҙе районының бер ауылында 67 йәшлек инәй, әллә пенсияһы етмәгәнме, ялған араҡы һатып кәсеп иткән. Ауыл ауыл инде, кем нимә эшләгәне күренеп тора, бер яҡта сөскөрһәң, урамдың икенсе яғында ла ни өсөн сөскөргәнеңде белеп торалар бит, был әбейҙең дә араҡы бароны булғанын белгәндәр инде, кәрәк ергә тишкәндәр. Һөҙөмтәлә инәйҙең өйөндә 9 литр араҡыһын тапҡандар. Эләккәс, тейешенсә итеп протокол төҙөлгән, пенсионерға хәҙер 50 мең һум күләмендә штраф түләргә кәрәк буласаҡ.
Әбей әлегә ошолай ҡотолоп торасаҡ, артабан, аҡылға ултырмаһа, тағы ла эләкһә, уны мәжбүри эштәргә йәлеп итәсәктәр. Пенсияла эш таба алмай ултырһаң, шөғөлдө, етмәгән нәмәңде тиҙ табырҙар - аяҡтарың һыҙлай, ҡулдарың ҡалтырай, билең бөкрәйгән, күҙҙәрең күрмәй тип тормаҫтар.