- Аллоу, күбәләккәйем, һинме?
- Мин – түңәрәгем, аҫылҡошом, һандуғасың...
- Үлеп һағындым һине!.. Тәүге осрашыуыбыҙ, танышыуыбыҙ күҙ алдымдан китмәй. Һин баҙарҙа картуф һата инең...
- Картуф түгел дә инде, кишер.
- Уныһы неважно. Бер күреүҙә ғашиҡ булған ирҙең күҙенә кишер картуф булып күренә икән – ғәжәп түгел. Зәңгәр күҙҙәреңде мөлдөрәмә тултырып миңә ҡараның.
- Күҙҙәрем зәңгәр түгел, йәшел...
- Уныһы неважно. Мөхәббәтенән иҫәңгерәгән меҫкендең күҙенә йәшел зәңгәр булып та, хатта ҡыҙыл булып та күренергә бик мөмкин. Һушым алынып, хатта баҙарға нәмә алырға сыҡҡанымды ла оноттом. Өс килограмм картуф алдым да...
- Картуф түгел, кишер ике кило...
- Уныһы неважно. Шарҙай күҙҙәреңә, тулы һыныңа ҡарап, өнһөҙ ҡалдым.
- Шулай шул. Мин: “Нимә ҡатып ҡалдың, күҙле бүкән? Кишереңде ал да, ысҡын бынан!” – тигәс кенә аңыңа килдең һәм...
- Эйе, “Мин һиңә бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Осрашайыҡ!” – тинем.
- Минең дә һиңә күҙем төшөп өлгөргәйне инде. Баһадирҙыҡылай кәүҙәң...
- Ул саҡлы уҡ баһадирҙыҡылай түгел дә ул...
- Уныһы неважно. “Осрашайыҡ. Ирем иртәгә командировкаға китә,” – тинем.
- Түбәм күккә тейҙе. Минең бисә лә ауылда әсәһе янында ял итеп ята ине бит. Икенсе көн шылтыраттым, “кил көтәм” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, фатирыңа йүгереп түгел, осоп барып еттем. Ике кәнфит, бер “сәкүшкә” алырға онотманым.
- “Сәкүшкә” түгел, тоташ бер “ярты”.
- Уныһы неважно. Килеп инеүем менән ҡосағыңа алыуың, йомшаҡ түшәгеңә ҡыйып һалыуың... Их, тағы ла осрашырға ине!..
- Кил һуң.
- Ирең өйҙә юҡмы ни?
- Вагон тупһаһынан һикереп аяғын имгәткән. Балниста ята.
- Минең бисә Ҡырымда ҡорһағын ҡояшта ҡыҙҙыра.
- Кил, кил, кил, иркәм, көтәм!
- Барам, күбәләгем, түңәрәгем, аҫылҡошом, һандуғасым! Йырын урамына хәҙер осоп барып етәм.
- Ниндәй Йырын урамы ул тағын? Мин Ғәли соҡорой урамында йәшәйем дә инде.
- Һин нимәлер бутайһың, аҡыллым. Беҙҙә ниндәйҙер Соҡор урамы юҡ, Йырын урамы ғына бар. Йәғни, улица Логовая...
- Туҡтале, туҡта, һин ниндәй ҡалала йәшәйһең?
- Күмертауҙа.
- Исемең кем, мәхлүк?
- Миңдейәғәфәр.
- Шулай булғас, ни бысағыма миңә Нефтекамаға шылтыратаһың? Күҙеңә күкәй үҫтеме әллә? Номер йыйғанда күҙеңде асыбыраҡ ҡараһаң булмаймы?
- Һуң мин...
- Һин шул, һин... Минән, намыҫлыларҙан намыҫлы бисәнән, әллә нимәләр һөйләтеп бөттөң, нахал! Бына ирем балнистан сыҡһын ғына әле, алыҫ тип тормаҫ, Күмертауыңа барып, кәрәгеңде биреп китер!...
Закир ӘКБӘРОВ