"Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар”, “Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған”, “Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир”, “Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр". Яңыраҡ бар илгә таралған яңылыҡты уҡығандан һуң, ниңәлер, халыҡ ижады иҫкә төштө.
3 ғинуарҙа район полицияһына Свобода ауылында йәшәүсе ҡатын, мине ирем көсләне, тип хәбәр итә. Көсләү 27 декабрҙә булған икән. Ире тигәс тә, парҙар айырылған булған, шулай ҙа бер йортта йәшәүҙәрен дауам иткәндәр. Ир кеше ҡулға алынған.
Был осраҡҡа халыҡтың ауыҙ-тел ижадының ҡайһы гәүһәре тап киләлер - "Мир двоих не понять миллиардам".