Ошо көндәрҙә Күмертау суды 10 кешенән торған енәйәт төркөмөнә ҡарар сығарҙы. Уларҙың барыһы ла наркотик матдәләр һатыу ойоштороуҙа ғәйепләнә.
Күмертауҙа йәшәүсе 2 кеше наркотөркөм ойоштороп, интернет-магазин аша Башҡортостан буйынса наркотиктар һатыу менән булышҡан. Енәйәтселәргә 21-43 йәш. Был енәйәт эшен полиция хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың ғинуарында уҡ белеп ҡала һәм уларҙан 3 кг тыйылған матдә, электрон үлсәү, полимер пакеттар һәм кәрәҙле телефондар тартып алына.
Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен шунда уҡ таный. Суд уларға 5 йылдан алып 10 йыл да 6 айға тиклем иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү ҡарары сығарҙы.