Үәт әй!
13 Апреля 2021, 04:46

Ҡуласа

Изге ай башланған мәлдә, уның тәүге кисендә, алама хәбәр ишетке килмәй, тик донъя бит, ул беҙ уйлағанса ғына бармай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә кис Ковалевка ауылында өйҙәш йәшәгән ир менән ҡатын, (ҡатын 1953, ә ир - 1948 йылғы), электән килгән ғәҙәттәре буйынса, кәйеф-сафа ҡорорға ултыра. Бер ваҡыт нимәнәндер ғауға сыға, кульминация сәғәт һигеҙҙә була- ир ҡатынды балта менән сапҡылап үлтерә.
Яҙмыш хәтәр, үлтерелгән ҡатын үҙе ҡасандыр бергә йәшәгән бер ирҙе үлтергән булған, бының өсөн төрмәлә лә ултырып сыҡҡан. Һәм бына... Тормош - ҡуласа тиҙәр, әллә дөрөҫмө икән?
Читайте нас