Все новости
Үәт әй!
4 Апреля 2022, 17:07

Кино

Өйләнеү - кешенең ғүмерендәге иң мөһим ваҡиғалыр ул. 

Ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә, буласаҡ әсә бит улар, кемгә барғанын ныҡлап уйлап барырға тейеш. Ышаныслымы егет, ысынлап яратамы, аҙаҡ биҙеп ҡуймаҫмы....
Оҙаҡ итеп һынап-ҡарап йөрөргә тура килә. Тағы ла бер мөһим нәмә: егет нисек итеп һиңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Урамдамы, ҡайҙа китеп барышлай ғына: йә, нимә эшләй, өйләнәбеҙме тигән кеүек итеп әйтһә, бөтөн дәртте һүндереүе ихтимал. Романтика кәрәк ҡыҙға, башҡаларҙа булмаған, оригинал итеп тәҡдим яһаһын, һөйөүен иҫбатлаһын, аҙаҡ ейәндәргә хәтирә итеп һөйләрлек, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ булһын.
Динис атлы егет, ысын егеттәрсә итеп, яһаған тәҡдимде. Кемгә? Зиләгә (Күмертау ҡалаһында балалар табыу йортонда эшләй ул, беҙ яҙҙыҡ уның тураһында).
Бер ни һиҙмәгән, көтмәгән ҡыҙҙы киноға саҡырған. Горняккамы? Юҡ. Стәрлетамаҡҡа - Фабриға, булғас, әҙәмсә булһын. Кино бөткән, инде генә сығып китәйек тиһәләр, экран йәнә тоҡанған һәм унда "Кейәүгә сыҡ миңә, Зилә" тигән һүҙҙәр барлыҡҡа килгән. Вәт был, исмаһам, тәҡдим! Һушһыҙ ҡалған ҡыҙ бер аҙҙан ғына иҫенә килә, үҙ бәхетенә үҙе ышанмай тора, һуңынан яуап бирә. Эйе! Эйе инде!
Был мөхәббәт күренешен беҙ ҙә ҡараныҡ, күҙгә йәштәр тығылды - һинд киноһының аҙағындағы кеүек. Алдағы тормошоғоҙ һеҙҙең, яҡшы фильмдай, бәхетле, шатлыҡҡа тулы булһын, Зилә, Динис. Ҡотлайбыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: