Все новости
Үәт әй!
22 Ноября 2022, 16:28

Юрау

Һәр бер нәмәне һәйбәткә юрарға тырышып йәшәгән мәл.

Юрау
Юрау

Был фиғелебеҙ әле оторо шәбәйҙе, саҡ ҡына берәй күренешкә тап булдыҡмы, мотлаҡ был һәйбәт яңылыҡҡа ишаралыр тип ышанабыҙ. Үҙ-үҙебеҙҙе йыуатырға тырышабыҙ, таяныс эҙләйбеҙ. 
...Беҙҙең бер хеҙмәтҡәр киса Күмертауҙа магазиндан колбаса алған, ҡыйбатлы колбаса, ире арзанды ашамай. Ҡайтып, абышҡаһын ҡыуандырайым тип, аҙыҡты телһә... Эсендә Z тамғаһы. Хужабикәнең ҡулынан бысағы төшөп киткән хатта, аҙаҡ, бер аҙ тынысланғас, был күренеште, яҡшыға юраған - бәлки, колбаса: "Тиҙҙән илдәр тынысланасаҡ" тип әйтмәкселер?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: