Все новости
Һөйөнсө!
12 Октября 2018, 14:51

ҠАЙТЫП БӨТТӨЛӘР

Ниһайәт, район үҙәгендәге Батырҙар аллеяһына барыһы ла ҡайтып бөттө.

Ниһайәт, район үҙәгендәге Батырҙар аллеяһына барыһы ла ҡайтып бөттө.


Ике буш ҡалған һәйкәл урынына Советтар Союзы Геройыбыҙ Морат Ҡужаҡов менән Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйенов бюстары урынлаштырылып, изге эштәр тамамланды. Аҙаҡҡы был бюстарҙың да авторы - яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов. Ике һәйкәл дә Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһында ҡойолған.

Аллея тулыланды, бында хәҙер беҙҙең ғорурлыҡ булып ете батырыбыҙҙың һыны тора.

“Ҡалған ике батырҙарыбыҙҙың һындарын мәңгеләштереү өсөн таштары алдан ҡуйылып, постаменты эшләнгәйне. Ә бына бюстарын эшләтеү өсөн Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы 500 мең һум аҡса бирҙе, ҡалған 148 меңе райондан йыйылған аҡсанан булды. Районға был һындар “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән алып ҡайтылды.”, - ти районыбыҙҙың “Мәрхәмәтлелек” фонды директоры Фәнир Малбаев.
Читайте нас: