Все новости
Һөйөнсө!
12 Октября 2018, 14:31

ҺӘЙБӘТ БҮЛӘК

Шишәмбе көндө баш ҡалабыҙ Өфөлә республикабыҙҙың ҡайһы бер район-ҡалаларына, ауыл советтарына янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу техникалары тапшырыу тантанаһы үтте. Унда барлығы 11 янғын һүндереү ярымтағылма, туғыҙ ҡаргиҙәр, тағылмалы моторҙары менән биш алюмин кәмә һәм янғын һүндереү тағылма-автоцистерналары тапшырҙылар.

Был бәхетлеләр исемлегендә беҙҙең район һәм ҡала ла бар ине. Күмертауға бер ҡаргиҙәр эләкһә, районыбыҙға өс янғын һүндереү тағылма-цистерналары алып ҡайттылар. Илкәнәй, Отрада, Ермолаево ауыл советтарына тәғәйенләнгән улар. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин менән районда янғын һүндереү бүлеге начальнигы Сергей Фадеев: “Бик һәйбәт бүләк булды. Янғын сыҡҡан осраҡта был тағылма һауытты тракторға тағаһың да эшкә тотонаһың. Ныҡ уңайлы техника”, - тиҙәр.

Тимур ИҘРИСОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы:

-Күптән көткән был янғын һүндереү тағылма-цистернаһын Өфөнән барып алып ҡайттыҡ. 450 мең һумлыҡ бүләк беҙҙең ауыл советыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс. Дүрт куб.метр күләмендә һыйҙырышлы тағылманың сығымдары аҙ булыуы менән дә отошло. Әйтәләр бит, утты ҡабынғас та һүндер, ул осраҡта бер стакан һыу ҙа етер, тип. Беҙ ҙә янғын сығып фажиғәле хәлдәр булмаһын өсөн, яңы тағылма техникабыҙ менән барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Читайте нас: