Все новости
Һөйөнсө!
2 Ноября 2018, 13:32

ИКЕ БҮЛӘК БЕҘҘЕКЕ

Өфөлә агросәнәғәт тармағында хеҙмәт итеүселәрҙе генә тәбрикләп ҡалманылар, шулай уҡ был көндө «Минең ерем — минең байлығым» тип аталған балалар һүрәттәре конкурсында еңеүселәрҙе лә бүләкләнеләр.

Өфөлә агросәнәғәт тармағында хеҙмәт итеүселәрҙе генә тәбрикләп ҡалманылар, шулай уҡ был көндө «Минең ерем — минең байлығым» тип аталған балалар һүрәттәре конкурсында еңеүселәрҙе лә бүләкләнеләр.


Был конкурсҡа барлығы 500 ижади эш ҡабул ителгән. Шулар араһынан иң төп приз — велосипед тик 3 кешегә генә эләкте. Бындай бәхетлеләр исемлегендә Ҡарайҙан Нияз Ниғмәтуллин да бар. Уға велосипедты Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙе үк тапшырған. Радий Фәрит улы Ниязды ҡосаҡлап-һөйөп, иң изге теләктәрен дә әйткән. «Киләсәктә лә шулай матур итеп һүрәт төшөр, тағы ла конкурстарҙа ҡатнаш, велосипедта яҡшы йөрө», - тине миңә Радий Хәбиров. Шунан һуң: «Һүрәтте нисек төшөрҙөң?» - тип тә һораны. «Үҙем уйлап төшөрҙөм, берәү ҙә ярҙам итмәне», - тинем мин һәм рәхмәт әйттем. Башҡалар барыһы ла тиерлек буяуҙар, фломастерҙар менән төшөрһә, минең рәсемем төҫлө ҡәләмдәр менән генә төшөрөлгән ине. Унда мин көҙгө баҫыу эштәрен һүрәтләнем. Бүләктәребеҙҙе алып, урамға сыҡҡас, беҙҙе унда район хакимиәте башлығы Әхәт ағай Ҡотлоәхмәтов ҡаршы алды. Ул да мине еңеүем менән ихлас күңелдән ҡотланы, хатта, минең велосипедта йөрөп тә ҡараны. Өфөлә шундай күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Барыһына ла оло рәхмәт әйткем килә», - ти Нияз ҡыуанысын йәшермәйенсә.

Тағы бер районыбыҙ уҡыусыһы — Абдулдан Вадим Мәүлетшиндың да һүрәте конкурс жюриларының һөйөүен яулаған һәм ул был көндө шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡулынан магнитола алып ҡыуанды. «Өфөгә барып ҡайтыу миңә бигерәк оҡшаны. Беҙҙе шул тиклем яҡшы ҡаршы алдылар, матур концерт күрһәттеләр. Башҡорт дәүләт аграр университетын да күреп ҡайттым. Мин үҙемдең рәсемемдә баҫыуҙа эшләп йөрөгән техниканы һәм улар менән пульт артында урындан ғына идара итеп ултырыусы кешене һүрәтләгәйнем. Киләсәктә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең ауыр эшен күпкә еңеләйтеүсе ошондай техникалар булырына ышанам мин. Рөстәм Мәрҙәнов та миңә оҡшаны. Ул шундай яғымлы ғына, миңә бүләк тапшырғас, ҡосаҡлап: «Артабан да шулай тырыш бул, яҡшы уҡы», - тине», - тип, тәьҫораттары менән бүлеште 10 йәшлек Вадим.

Класташ малайҙар Өфөгә Вадимдың әсәһе Лилиә Насирова һәм район мәғариф бүлегенән Фаина Тәржемәнова менән барып ҡайтҡандар. Уларға район хакимиәте махсус машина биргән. «Машина йылы, уңайлы булды. Музыка тыңлап, елдереп кенә йөрөп ҡайттыҡ. Район хакимиәте етәкселәренә ҙур рәхмәт», - тиҙәр үҫмерҙәр һәм ололар.
Читайте нас: