Все новости
Һөйөнсө!
16 Ноября 2018, 11:34

«ҠЫШҠЫ ЙӘЙҒОР» СЫҠТЫ

Үткән шаршамбы көндө Күмертау яҙыусылар ойошмаһы “Күмертауым - ғүмер тауым” тип исемләнгән сара үткәрҙе. Улар ҡаланың 65 йыллығына арнап сығарған “Ҡышҡы йәйғор” китабының исем туйын билдәләне.

Үткән шаршамбы көндө Күмертау яҙыусылар ойошмаһы “Күмертауым - ғүмер тауым” тип исемләнгән сара үткәрҙе. Улар ҡаланың 65 йыллығына арнап сығарған “Ҡышҡы йәйғор” китабының исем туйын билдәләне.


Утыҙҙан артыҡ авторҙың ижад емеше кергән йыйынтыҡта төрлө телдә һәм төрлө һөнәр кешеләренең шиғри, сәсмә, публицистик әҫәрҙәре тупланған. Был сараға Өфөнән Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар берлеге рәйесе, танылған тел һәм әҙәбиәт белгесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, РФ-ның һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнзил Санъяров, билдәле шағир, тәржемәсе, РФ-ның һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Сергей Янаки ла килгәйне.

- Күмертауҙың юбилейына яҙыусылар ойошмабыҙ ағзалары көсө менән бергә ижади бүләк яһаныҡ. Баҫтырып сығарған йыйынтығыбыҙҙы “Ҡышҡы йәйғор” тип исемләнек. Ҡалабыҙҙың тыуған көнө ҡыш айында булғанға һәм төрлө телдә, төрлө һөнәр кешеләренең әҫәрҙәре тупланғанға ла ошо исемде һайланыҡ. Артабан да бергә ижад итергә яҙһын беҙгә, - тип ҡаланың яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рима Арыҫланова ҡала китапханаһына, килгән ҡунаҡтарға һәм ҡаланың 3-сө БРГИ-һына яңы ижад ителгән китаптарҙы бүләк итте.

Зәки Әлибаев та китапҡа исем “Ҡышҡы йәйғор” тип ныҡлы уйланып ҡушылыуы хаҡында әйтте. “Китаптың исеме генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Йәйғорҙы йәй күреп була, ә ҡышын бик һирәк. Ижадығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт, ошондай ижад һөйөүселәр менән осрашһам, тағы ла илһамланып китәм мин”, - тине ул.

Сара килгән ҡунаҡтарҙың, шағирҙарҙың сығыштары һәм йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: