Все новости
Һөйөнсө!
29 Января 2019, 11:29

СӘХНӘБЕҘ ҠУПШЫЛАНДЫ

Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, ниһайәт, беҙҙең Ялсыҡай ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенә кейем бирҙеләр.

Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, ниһайәт, беҙҙең Ялсыҡай ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенә кейем бирҙеләр.


Сәхнәбеҙ түрен йәмләп торған шаршауҙар алыр өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов 100 мең һум аҡса бүлде. Ошо суммаға туҡыма һәм тектереү хаҡы керҙе. Үҙҙәре үк килтереп тә ҡуйҙылар. Шулай итеп, беҙ нисә йылдар буйы хыялланған сәхнә кейеме алып ҡыуандыҡ. Бының өсөн Ялсыҡай ауылы халҡы исеменән Әхәт Йәүҙәт улына оло рәхмәт белдерәбеҙ. Тегеүселәр — Вера Васильевна Фросинаның ярҙамсылары Андрей менән Ольга Плоховтарға ла рәхмәтлебеҙ.

Сәхнәбеҙ күҙ алдында ҡупшыланып, күркәмләнеп, яҡтырып китте! Хәҙер бындағы тамашалар, концерттар тағы ла матурыраҡ залда үтәсәк! Беҙгә ситтән дә артистар йыш килә. Улар алдында ла уңайһыҙ булмаясаҡ. Әле студенттар менән ҙур кисә әҙерләй башланыҡ. Беҙҙең хөрмәтле тамашасыларыбыҙ ҙа йәмләнеп киткән мәҙәни усағыбыҙға тағы ла әүҙемерәк йөрөр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: