Все новости
Һөйөнсө!
29 Января 2019, 11:05

СТУДЕНТТАР КӨНӨ ГӨРЛӘНЕ

Беҙҙең Зәк-Ишмәт ауылында бер байрам да үткәрелмәйенсә ҡалмай.

Беҙҙең Зәк-Ишмәт ауылында бер байрам да үткәрелмәйенсә ҡалмай. Бына әле шаулатып-гөрләтеп Студенттар көнөн уҙғарҙыҡ. Улар өсөн байрамды ойоштороусылар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар әҙерләгән. Йәштәр рәхәтләнеп уйнап-көлөп, дискотекала бейеп, күңел асты. Сара бик ҡыҙыҡ үтте. Уларға ҡарап, үҙебеҙҙе әллә күпмегә йәшәреп киткәндәй тойҙоҡ. Байрам булғас, тәм-томһоҙ ҙа булмай бит инде, тип, йәштәрҙе татлы ризыҡтар менән һыйланыҡ. Киләсәк быуындарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, уҡыуҙарында һәм алдағы тормоштарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: